Пандемия ваҡытында ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләрҙе Иглин районы автоволотерҙары үҙ ярҙамынан ситтә ҡалдырмайҙар. Улар иҫәбенә Иглин районы башлығы ла ла ҡушылды. Бөгөн аҙыҡ-түлектән торған йыйма өлөш Иглин ҡасабаһында йәшәгән күп балалы Низаметдиновтар һәм Сухаревтар ғаиләләлренә тапшырылды. Улар бығаса “Беҙҙең хәстәр” үҙәгенә ғариза менән ярҙам һорап килгән булған. “Әлеге ауыр пандемия ваҡытында, ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам күрһәтергә теләүселәрҙе волонтерлыҡҡа саҡырабыҙ”, - тине Николай Самойленко.