Тантанала артистың туғандары, коллегалары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Заһир Суфиян улы тәүҙә Сибай, артабан Өфө сәхнәһендә йөҙҙәрсә сағыу образ тыуҙырып, халыҡ күңелен яулай. Ярты быуатҡа яҡын Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә ижад итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, былтыр февралдә талант эйәһенең йөрәге тибеүҙән туҡтаны.
Комедия, драма, трагедия – ниндәй генә жанр булмаһын, Заһир Суфиян улы үҙен оҫта актер булараҡ таныта. Тамашасылар ҙа уны тап ябайлығы, ихласлығы өсөн ихтирам итте. Сәхнәлә генә түгел, ул тормошта, ғаиләһендә лә һоҡланғыс кеше була.