+21 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Ноябрь 2020, 12:24

Республикабыҙҙа башҡорт теле көнөнә әҙерлек башланды

Үҙ телебеҙҙә уҙғарылған конкурстарҙа ҡатнаш

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында 2019 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың указы менән Башҡортостанда 14 декабрь Башҡорт теле көнө тип иғлан ителгәйне. Әле 2020 йылда был байрамды уҙғарыу тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Был көндә республикала төрлө саралар ойошторола, бәйгеләрҙең еңеүселәре билдәләнә.
Башҡорт телендә уҙғарылған конкурстарҙа ҡатнашырға, үҙеңде һынап ҡарарға әле лә һуң түгел. Әйтәйек, балаларығыҙ менән “Башҡорт теленә яңы ҡараш” ­тип исемләнгән иң яҡшы социаль видеоролик төшөрә алаһығыҙ.
«Vibeргә» интернет-конкурсы ла бик ҡыҙыҡлы. Ул ике номинацияла үтә:“Башҡорт телендә иң яҡшы интернет открытка” һәм “Башҡорт телендә иң яҡшы вайн” (https://akbuzat.rbsmi.ru/articles/common_material/Bash-ortsa-otkritka-eshl--vayn-t-sh-r--m-Viberg-l--atnash-544087/).
Читайте нас: