-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Ноябрь 2020, 13:06

Балаҡатай районына тәгәрмәсле стоматология килде

Бер йыл эсендә теш табиптары ике меңдән ашыу ололарҙы һәм балаларҙы ҡабул иткән.

2018 йылдан алып Башҡортостанда тәгәрмәсле стоматология кабинеттары эшләй - улар республиканың төпкөл райондарына барып, урындағы халыҡты дауалай.
Күсмә стоматология модулендә ололарға һәм балаларға терапия һәм хирургик яҡтан ярҙам күрһәтеү, рентнген күҙәтеүе, ауыҙ өлөшөндә яман шеш ауырыуын билдәләү функциялары ҡаралған.
Бер йыл эсендә теш табиптары ике меңдән ашыу ололарҙы һәм балаларҙы ҡабул иткән.
Быйылғы ҡатмарлы эпидемиологик хәл тәгәрмәсле стоматологияға кәртә түгел - модуль райондарға сығыуын дауам итә.
Бар санитар нормаларҙы үтәп, бригада Башҡортостандың 11 районында эшләне.
9 ноябрҙән алып 15 ноябргә тиклем улар Балаҡатай халҡына ярҙам күрһәтте. Тештәрен дауалар өсөн юлһыҙ ерҙән ун километр үтеп, һәр ваҡыт оҙон сиратта торорға мәжбүр булған район халҡы бындай ярҙамға бик шат ине.
Шуныһын әйтеп үтергә кәрәк: дауалау медицина страховкаһы буйынса тулыһынса бушлай.
Читайте нас: