+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Ноябрь 2020, 21:05

Рәсәйҙәге Ҡаҙағстан илсеһе Ермек Кошербаев менән эшлекле осрашыу

Сәнәғәт, иҡтисад, белем биреү һәм мәҙәниәт өлкәләрендә хеҙмәттәшлекте нығытыу буйынса фекер алышыу уҙҙы.

16 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә Ҡаҙағстан Республикаһынан килгән Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Ермек Кошербаев етәкләгән рәсми делегация менән осрашты. Сәнәғәт, иҡтисад, белем биреү һәм мәҙәниәт өлкәләрендә хеҙмәттәшлекте нығытыу буйынса фекер алышты.
Радий Хәбиров Башҡортостан менән Ҡаҙағстанды күп йыллыҡ дуҫлыҡ ептәре бәйләп тороуын, ике республика иҡтисад һәм социаль өлкәнең төрлө йүнәлештәрендә килешеп эшләүен, 2020 йылдың мартынан Өфөлә Ҡаҙағстан Республикаһының почетлы илсеһе Булат Әсәҙуллиндың эш башлауын, әле Нур-Солтанда Башҡорстостандың Тулы хоҡуҡлы вәкиллеген булдырыу буйынса эш алып барылыуын, Башҡортостан республикаһы ерлегендә Ҡаҙағстан капиталы ҡатнашлығы менән булдырылған 37 предприятие эшләп килеүен, һ.б. мөһим мәсьәләрҙе әйтеп уҙҙы.
Ермек Кошербаев та, пандемияға ҡарамай, ике ил араһындағы бәйләнештең электән тығыҙ булыуын, киләсәктә лә был бәйләнештең өҙөлмәйәсәген, халыҡ-ара хеҙмәттәшлек итеү системаһында улар өсөн Башҡортостандың бик мөһим урын биләп тороуын билдәләне.
Читайте нас: