-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Ноябрь 2020, 21:09

Киләһе уҡыу йылының кисектерелеүе ихтимал

Төбәктәрҙә яңы уҡыу йылының 1 октябрҙән башланыуы мөмкин.

Киләһе уҡыу йылының башын Рәсәйҙәге һәр төбәк үҙенсә билдәләй ала.
Мәғариф һәм фән буйынса Дәүләт думаһы комитеты рәйесе урынбаҫары Максим Зайцев тарафынан ошондай законопроект тәҡдим ителгән.
"ТАСС" хәбәр итеүенсә, уҡытыу ситтән тороп бара икән, уҡыу йылы 1 сентябрҙән түгел, ә 1 октябрҙән башланырға мөмкин.
Мәктәптәр элекке режимда эшләй икән, уҡыу йылы элеккесә сентябрҙән башланасаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, быйылғы уҡыу йылы Рәсәйҙең бар мәктәптәрендә лә элекке режимда башланды.
Рәсәй Президенты Владимир Путин уҡытыусы менән уҡыусының компьютер мониторы аша түгел, күҙгә-күҙ ҡарап аралашыуының әһәмиәтлелелеген һыҙыҡ өҫтөнә алғайны.
Коронавирус инфекцияһының ныҡлап тарала башлауы сәбәпле, Башҡортостанда көҙгө каникулдарҙан һуң 1-5, 11 кластарҙан башҡалар дистанцион уҡыу тәртибенә күсте.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: