+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Ноябрь 2020, 16:49

Пермь крайы Барҙа йәкшәмбе мәктәбенә кабинетты йыһазландырыу өсөн сертификат тапшырылды

Балалар йәкшәмбе мәктәбенә ҙур теләк менән йөрөй. Туған телдәрендә йырҙар, шиғырҙарҙар өйрәнәләр, йолалары менән танышалар.

Пермь крайы Барҙа ауылындағы Ғабдулла Туҡай исемендәге башҡорт йәкшәмбе мәктәбе 2020 йылдың октябрендә үҙ эшен башланы. Унда 30 бала шөғөлләнә. Дәрестәр һәр шәмбе үтә. Ике төркөм ойошторолған: 3-4 кластар – башлап өйрәнеүселәр, 5-6 кластар – дауам итеүселәр. Башҡорт телен Тәтешле районы Үрге Тәтешлеләге 1-се мәктәптән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Зилә Нуриханова, Лиза Фәтхуллина, Альбина Әүхәҙиева өйрәтә.
Бөгөн йәкшәмбе мәктәбе уҡыусылары Башҡортостан Республикаһынан килгән ҡунаҡтарҙы ҡаршылай. Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре сиктәрендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, БР Мәғариф һәм фән министрлығы, Барҙа районы хакимиәте вәкилдәре, ғалимдар йәкшәмбе мәктәбе менән таныша.
Альбина Әүхәҙиева балаларҙың дәрестәргә ҙур теләк менән йөрөүен, башҡорт телендә йырҙар йырлап, шиғырҙар ятлауҙары, башҡорт мәҙәниәтен, йолаларын өйрәнеүҙәре тураһында һөйләп үтте.
Башҡортостан ҡунаҡтары башҡорт йәкшәмбе мәктәбенең тәүге уҡыусыларына уңыштар теләне. “Киләсәктә беҙ һеҙҙең исемдәрегеҙҙе ишетербеҙ һәм «Ул ғәйнә башҡорто» тип оло ғорурлыҡ менән әйтербеҙ. Яҡшы уҡығыҙ, арҙаҡлы яҡташтарығыҙ Туҡтамыш Ижбулатов һәм Исмәғил Тасимов кеүек шәхестәргә оҡшарға тырышығыҙ. Бөтә донъя башҡорттары һеҙ, балалар, башҡорт телен һаҡлар, үҫтерер тип ышана», – тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.
БР мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева йәкшәмбе мәктәбенә башҡорт теле кабинетын йыһазландырыу өсөн сертификат тапшырҙы.
Читайте нас: