+8 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Ноябрь 2020, 16:45

МӘКТӘП-ГИМНАЗИЯЛАРҒА ЯҘЫУСЫЛАР ИСЕМЕ

“Башҡорт теле йылы уңайынан Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы республикабыҙҙың дүрт мәктәп-гимназияһына билдәле яҙыусыларҙың исемен бирергә тәҡдим итә...

Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова үҙенең сығышында: “Башҡорт теле йылы уңайынан Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы республикабыҙҙың дүрт мәктәп-гимназияһына билдәле яҙыусыларҙың исемен бирергә тәҡдим итә.
Был Ауырғазы, Дәүләкән, Миәкә һәм Учалы районындағы гимназиялар. Рәшит Назаровтың тыуған ауылы Төрөмбәттә мәктәптең бәләкәй һәм унда балаларҙың һаны аҙ булыуы айҡанлы Толбазы ауылындағы гимназияға, шағирә, фольклорсы Рәсимә Ураҡсинаның исемен Дәүләкән ҡалаһындағы №3-сө башҡорт интернат мәктәбенә бирең күҙ уңында тотола. Ишембай районы Ҡолғона ауылында тыуып үҫкән, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Ноғман Мусиндың исемен үҙ ауылындағы мәктәпкә биреү ҡарала. Ә инде Талха Ғиниәтуллиндың билдәле Рәсәй яҙыусыһы (Анатолий Генатулин) исемен Учалы ҡалаһындағы гимназияға тәҡдим ителә”, - тине.
Читайте нас: