+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Ноябрь 2020, 23:45

"БОҘ ҠУҘҒАЛДЫ!"

12 ноябрҙә төньяҡ-көнбайыш зона – Дүртөйлө, Илеш, Ҡалтасы, Краснокама, Тәтешле, Саҡмағош, Яңауыл райондары, Ағиҙел һәм Нефтекама ҡалаларының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашлығында онлайн-алымда зона конференцияһы уҙҙы.

Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Булат Илшад улы Зинуров әлеге форум нигеҙендә ҡабул ителгән ҡарарҙар, был йүнәлештә башланған эштәр менән таныштырып үтте. Мәҫәлән,
Форумда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сығышышында башҡорт телен балалар баҡсаһынан өйрәтә башлауҙан, Мәғариф һәм фән министрлығы алдына туған телдәрҙе уҡытыуҙы камиллаштырыу бурысын ҡуйғайны.
  1. Булат Илшад улы әйтеүенсә, был йүнәлештә эш башланған, Мәғариф һәм фән министрлығының уҡытыу-методика советы тарафынан бер нисә программа ҡаралып, 2021 йылда нәшер ителәсәк әсбаптар исемлегенә индерелгән.
  2. а) 2021 йылда башҡорт телен уҡытыу буйынса иң яҡшы методикаға конкурсҡа иғлан.
    б) мәктәпкәсә тәрбиә учреждениеларын башҡорт телендәге электрон уйынсыҡтар, музыкаль ҡорамалдар менән тәьмин итеү. Мөмкинлеккә ҡарап, йыл һайын 40–50 балалар баҡсаһы ошондай уйынсыҡтар һәм башҡа кәрәк-яраҡ аласаҡ.
    в) республика конкурсында башҡорт төркөмөндә эшләгән тәрбиәселәр тәүге тапҡыр айырым – “Туған телде өйрәтеү буйынса иң яҡшы тәрбиәсе” номинацияһында көс һынашасаҡ.
    г) Форум нигеҙендә ҡабул ителгән ҡарарҙарға ярашлы, республикала эшләп килгән милли мәктәптәрҙең матди-техник базаһын ентекле тикшереп, уларҙы яҡшыртыу, заманса мәктәптәр кимәленә сығарыу бурысы ҡуйыла.
    д) “Туған тел донъяһы” порталы әле тулыланыу өҫтөндә. “Киләсәктә ул башҡорт теле уҡытыусыларының тәжрибә уртаҡлашыу, аралашыу майҙансығына әйләнер, уларға ҙур ярҙамсы булыр
    е) башҡорт телен өйрәнеү буйынса йәкшәмбе мәктәптәрен асыуға ҡағылышлы мәсьәлә лә ҡаралды.
    1. 2. Башҡорт дәүләт университетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы, филология фәндәре докторы, профессор Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллина.
    2. а) Төбәк-ара мәғариф системаһында белем биреү учреждениеларының үҙ-ара хеҙмәттәшлеге тураһында.
      б) Ошо бурыстарҙы хәл итеүҙең бер юлы – мәктәп, урта һөнәри уҡыу учреждениелары менән юғары уҡыу йорттарының хеҙмәттәшлеге”.
      1. Саҡмағош районы үҙәгендәге 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәмзилә Рауил ҡыҙы Исламғәлиева сығышында:
      2. а). Бөгөн туған тел нескәлектәренә өйрәткән мөғәллимдәр алдында торған бурыстар тураһында.
        б). “Сәләм”, “IQБалабаш”, “Әлләсе” кеүек мобиль ҡушымталарҙы ҡулланыу, уйын алымдары ярҙамында балаларҙа тел өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу.
        в). Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен, башҡа фәндәр кеүек үк, дәреслекте һайлап уҡытыу мөмкинлеге буласаҡ.
        1. Артабан кәңәшмәлә Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумында күрһәтелгән оҫталыҡ дәрестәренең онлайн варианттары күрһәтелде.
        2. Оҫталыҡ дәрестәренән һуң стресҡа ҡаршы тороу, башҡорт теле уҡытыусыһы эшендә медиатив технологиялар ҡулланыу, уңышҡа өлгәшеү ресурстары буйынса тренингтар ойошторолдо.
          Ғөмүмән, был кәңәшмә форум ҡарарҙары нигеҙендә башланып торған маҡсатлы эштәрҙе, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары иңенә ниндәй оло бурыстар йөкмәтелеүен, шул уҡ ваҡытта уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн шарттар һәм мөмкинлектәр булдырылыуын асыҡ күрһәтеүгә өлгәште.
          “Боҙ ҡуҙғалды, эш башланды”, – тип билдәләне үҙенең сығышында Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Булат Илшад улы Зинуров. Был матур башланғыстарҙың һөҙөмтәләренә бергәләп ҡыуанырға яҙһын һәм “Хәйерле сәғәттә!” тигән изге теләктә ҡалайыҡ!
          Читайте нас: