+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Ноябрь 2020, 22:25

Балаларыбыҙҙы мәктәптә нисек ашаталар?

Белем усаҡтарында туҡланыу сифатын тикшереү маҡсаты менән аноним һораулама ойошторолдо. Һәр ата-әсә унда ҡатнашып, үҙ фекерен еткерә ала.

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы тарафынан мәктәптәрҙә туҡланыу сифатын тикшереү маҡсаты менән аноним һораулама ойошторолдо.
Һәр ата-әсә унда ҡатнашып, үҙ фекерен еткерә, балалары уҡыған мәктәптәге туҡланыу системаһының кимәле менән уртаҡлаша ала.
Һораулама 30 ноябргә тиклем дауам итәсәк.
Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғыс кластарҙы бушлай ашатырға тигән күрһәтмә биргәйне.
Йәмәғәт палатаһында билдәләп үтеүҙәренсә, Башҡортостан төбәктәр араһынан беренселәрҙән булып был тәҡдимде күтәреп ала һәм бойомға ашыра.
"Бушлай яҡшы тигәнде аңлатмай әле, шуға күрә ата-әсәләрҙең мәктәптәрҙә туҡланыу сифаты хаҡында фекерҙәрен белергә ҡарар иттек. Балаларҙы һәйбәт ашаталармы, насармы - белгебеҙ, хаталар булһа, уларҙы төҙәткебеҙ килә", - тине Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының мәғариф, мәҙәниәт. спорт, йәштәр сәйәсәте буйынса комиссия рәйесе Лида Исәргәкова.
Һораулама һөҙөмтәләре бер материал булып Башҡортостандың Сауҙа министрлығына ебәреләсәк.
Читайте нас: