-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Ноябрь 2020, 19:08

Әсәлек капиталы арта

Уның суммаһы йыл һайын күтәрелә барасаҡ.

Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Ольга Баталина 2021 йылда әсәлек капиталының артыуы хаҡында белдерҙе.
"Киләһе йылда әсәлек капиталының индексацияһы үҙгәрәсәк, киләсәктә уның суммаһын йыл һайын арттырып торорға йыйынабыҙ", - тине ул "Балалар хаҡына бергә! Партнерлыҡтың төп программалары" Бөтә Рәсәй форумында.
2021 йылда әсәлек капиталының беренсе балаға 483 882 һум, икенсе балаға 639 432 һум тәшкил итеүе хаҡында яҙғайныҡ.
Был дәүләт программаһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың күрһәтмәһе буйынса, "Демография" милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.
Читайте нас: