Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылының “Ләйсән” балалар баҡсаһында яңы төркөм барлыҡҡа килде. Был"Демография" милли проекты сиктәрендә “Иртә белем һәм тәрбиә биреү” төркөмө. Бында 1,5 дан 3 йәшкә саҡлымғы кескәйҙәр өсөн 24 өҫтәлмә урын булдырылды. Тиҙҙән кескәйҙәр заманса уңайлыҡтары булған балалар баҡсаһына йөрөй башлаясаҡ. Ундағы уйын, йоҡо, аш-һыу бүлмәләре балаларҙың шат тауышынан гөрләп торор. Ошо программа сиктәрендә тағы ла өҫтәлмә өс төркөм: 20 урынға иҫәпләнгән Әбүләис һәм 24 урынлыҡ төркөм Абҙан ауылдарында булдырыласаҡ, тип белдерҙе Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов.