11 ноябрҙә эшләй башлаясаҡ 9-сы таратыу нөктәһе БР-ҙың "Һөт кухняһы" дәүләт автономлы учреждениеһының таратыу урыны Черниковка урамы, 51 адресы буйынса урынлашҡан. Бында Калинин һәм Орджоникидзе райондарынан еңел килеп етергә була. Бында өс йәшкә тиклем 435 балаға, ауырлы һәм бала имеҙгән ҡатындарға һөт ризыҡтары менән ҡоро ҡатнашмалар биреләсәк. Быға тиклем улар ашамлыҡтарҙы 4-се балалар поликлиникаһынан һәм аптекаларҙан алған. "Һөт кухняһы" льгота ҡаралған балаларға, ауырлы һөм бала имеҙгән ҡатындарға бушлай таратыласаҡ.
Исемлек буйынса таратылғандан тыш "Һөт кухняһы" ның башҡа продукциялары һатыуҙа ла буласаҡ. Продукцияны шулай уҡ «Байрам», «Ярмарка», «Дворик», «Апельсин», «Аксарлак» и «Стерх» магазиндарында алырға мөмкин.