+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Ноябрь 2020, 13:20

ЭТНОГРАФИК ДИКТАНТ

Айытҡолова Эльвира Ринат ҡыҙы: "Быйылғы диктант 3–8 ноябрь арауығында онлайн-алымда ойошторола. Бындай форматта эшләнгән сара диктант яҙырға теләгән һәр кешене йәлеп итә ала...

Быйылғы диктант 3–8 ноябрь арауығында онлайн-алымда ойошторола. Бындай форматта эшләнгән сара диктант яҙырға теләгән һәр кешене йәлеп итә ала. Ул халыҡтың этнографик, Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтар тураһында белем кимәлен баһаларға, киң ҡатлам йәмәғәтселектең иғтибарын милләт-ара татыулыҡ һәм берҙәмлек мәсьәләләренә йүнәлтергә булышлыҡ итә. Мин һүҙем дә тест буйынса эшләп сыҡтым. Ысынлап та Һорауҙар әллә ни ауыр түгел, сөнки улар төрлө йәштәге ҡатнашыусыларға ҡаралған. Бигерәк тә үҙебеҙҙең башҡорт халҡы, шулай уҡ республикабыҙҙа йәшәгән төрлө милләт халҡы буйынса ҡуйылған һорауҙар оҡшаны. Диктант яҙыуҙа Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә йәшәгән һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн рәсми сайтҡа (https://miretno.ru/) инеп, “Пройти Диктант” тигән бүлекте һайларға кәрәк. Быйыл диктанттың рәсми сайты инглиз һәм испан телдәренә тәржемә ителгән. Үтәлергә тейешле күнегеүҙәр https://miretno.ru/ сайтында.
Читайте нас: