+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Ноябрь 2020, 14:39

Ммм, ҡайһылай тәмле!

Башҡортостанда "Тәмле, милли" исеме аҫтында флешмоб үтә. Акцияла теләгән һәр кем ҡатнаша ала.

Башҡортостанда "Тәмле, милли" исеме аҫтында флешмоб үтә. Акцияла теләгән һәр кем ҡатнаша ала.
Сара 2 ноябрҙән алып 4 ноябргә тиклем дауам итәсәк. Унда ҡатнашыр өсөн #ВкусноНациональноБашкортостан хэштегы аҫтында яратҡан милли ризыҡ рецебын социаль селтәрҙәргә һалыр кәрәк.
Өфө ресторанының шеф-поварҙары башҡорт кухняһындағы яратҡан милли ризыҡтарын бешереү сере менән бүлешә лә башланы.
"Дуҫлыҡ" ресторанынан Доно Әбдурәкирова тура эфирҙа "Һабантуй" башҡорт салатын эшләү нескәлектәре хаҡында һөйләне.
Бөгөн, 3 ноябрь, флешмоб эстафетаһын "Гастротур" ресторанының шеф-повары Татьяна Дымова ҡабул итә. Ул ресторандың Инстаграмында тура эфирға сығып, 16 сәғәттә "Башҡортса" салатын һәм "Хан" ҙур бәлешен бешерәсәк.
4 ноябрҙә, төшкө сәғәт 12-лә "Огонь" ресторанының шеф-повары Павел Киселев ҡыҫтыбыйҙы бешереү серҙәре менән бүлешәсәк, ә 18 сәғәттә "Восток" гранд-отелдың шеф повары Марина Сәлихова "Баллы груша" башҡорт десертын бешереп күрһәтәсәк. 19 сәғәттә "Монако" ресторанынан Максим Лазарев ысын башҡорт бишбармағын бешереү нескәлектәренә өйрәтәсәк.
"Тәмле, милли" акцияһы Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арнала.
Был ваҡиға уңайынан, Рәсәй Президенты указына ярашлы, Рәсәйҙә, уның төбәктәрендә төрлө байрам саралары үтә.
Читайте нас: