+7 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Ноябрь 2020, 14:00

"АУЫЛ УҠЫТЫУСЫҺЫ"

Был программала ҡатнашыусыларға 1 миллион һум күләмендә аҡса биреү ҡаралған. Башҡортостанда 55 уҡытыусы ошондай түләүҙәрҙе алған.

2022 йылға саҡлы ҡаралған “Ауыл уҡытыусыһы" программаһы быйыл ғинуарҙа илдең барлыҡ төбәктәрендә старт алғайны. Был программаның маҡсаты - ауыл балаларының да сифатлы белем алыуын тәьмин итеү, уҡытыусыларға ярҙам итеү, мәғариф-тәрбиә кимәлен заманлаштырыу һәм башҡалар.
– Был программала ҡатнашыусыларға 1 миллион һум күләмендә аҡса биреү ҡаралған. Тик халҡы 50 меңдән артмаған ауылда, ҡала тибындағы ҡасабала йәки ҡалала урынлашҡан мәктәптә биш йылдан да кәм түгел эшләргә кәрәк, – тип белдергәндәр республиканың Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. Шулай итеп, Башҡортостанда 55 уҡытыусы ошондай түләүҙәрҙе алған. Уларҙың 22-һе – математика, 17-һе – инглиз теле, 14-е – рус теле һәм әҙәбиәте, икәүһе физика уҡытыусыһы.
Быйыл еңеүсе-уҡытыусылар республиканың Баймаҡ, Архангел, Хәйбулла, Баҡалы, Ҡырмыҫҡалы, Учалы, Туймазы, Стәрлебаш һәм башҡа муниципаль райондарға эшләү өсөн йәшәргә күсенгән.
Читайте нас: