Рәсәй Президенты Владимир Путин COVID-2019 ауырыуынан өйҙә дауаланғандарҙы бушлай дарыуҙар менән тәьмин итергә ҡушты.
Бының өсөн төбәктәргә 10 миллиард һум күләмендәге аҡса бүленәсәк. Был сумма шулай уҡ индивидуаль һаҡланыу сараларына һәм коронавирусҡа тестарға ҡаралған.
– Беҙ ниндәйҙер икенсе тулҡын хаҡында һүҙ йөрөтмәйбеҙ, белгестәр фекеренсә, Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә әле һаман беренсе тулҡын бара, – тине президент.