+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Октябрь 2020, 18:45

ТАҠТАТАШ

Бөгөн Өфө ҡалаһы Революция урамыында урынлашҡан БДУ романо-герман факультеты бинаһы диуарында Ғәббәс Йәғәфәр улы Дәүләтшин (1892—1937) иҫтәлегенә таҡтаташ асылды.

Башҡорт телсеһе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. 1929—1937 йылдарҙа Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты ағзаһы. Сәйәси золом ҡорбаны.
Ғәббәс Йәғәфәр улы Дәүләтшин Һамар губернаһы Пугачев өйәҙенең Ташбулат-Күстән ауылында тыуған. Хәҙерге башҡорт тел белеменә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Башланғыс белемде мәҙрәсәлә ала. Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. Ул 1929 йылда Ленинградтағы Көнсығыш тел­ дәре институтына уҡырға ебәрелә. Унда ғә­ рәп теле, төрки телдәрҙең сағыштырма грамматикаһы, төрки халыҡтары әҙәби телдәренең тарихи үҫеше, ул халыҡтарҙың фольклор, эксперименталь фонетикаһы ке­үек проблемаларҙы һәм фөндәрҙе өйрәнә.
Читайте нас: