Дим районындағы ауылда төҙөлгән был мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы 110 балаға иҫәпләнгән. Майҙаны 3000 квадрат метр тәшкил итә. Балалар баҡсаһында алты төркөм эшләйәсәк, шуларҙың икәүһе ясле йәшендәгеләр өсөн.
Төп төҙөлөш эштәре тамамланған да инде, әле ағартыу эштәре бара, яңы ҡорамалдар, йыһаз алына, майҙансыҡтар төҙөкләндерелә.
Объектты декабрь аҙағына тамамларға ниәт тоталар. Ул ваҡытҡа яңы балалар баҡсаһының хеҙмәткәрҙәр штаты ла тулыландырыласаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә, Баландан тыш, Сипайлово-1а, Сипайлово-2, Сағыу биҫтәләрендә һәм Ағиҙел яр буйы урамында ла балалар баҡсалары төҙөлә. Бөтәһе 925 урын булдырыласаҡ.