+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Октябрь 2020, 14:55

Яңы спорт залдары асыла

Дүртөйлө районы Һыуыҡҡул ауылы мәктәбендә яңы спорт йыһаздары ҡуйылды.Рәсәй мәғариф министрлығының өҫтәмә белем биреү системаһына ҡараған “Һәр баланың уңышы” федераль проекты сиктәрендә 2024 йылға тиклем 5 йәштән 18 йәшкә тиклемге балаларҙың күбеһе ошо йүнәлешкә йәлеп ителергә тейеш.

Был федераль проект балаларҙың төрлө өлкәләге ҡыҙыҡһыныуҙарын ҡәнәғәтләндерергә тейеш.
“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә Башҡортостандың Дүртөйлө районы Һыуыҡҡул ауылы мәктәбенең спорт залына капиталь ремонт яһалды. Бында воллейбол сеткаһы, гимнастика маталары, швед стенаһы ҡуйылды.
Читайте нас: