+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Октябрь 2020, 17:55

КӨРӘШ ЗАЛДАРЫ АСЫЛА

Бишбүләктә – көрәш залы“Спорт көрәше – мәктәптәргә” республика проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында Бишбүләктең 1-се урта мәктәбендә көрәш залы асылды.Был тантаналы сарала район хакимиәте башлығы Наил Ғатауллин һәм ауыл хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты.Республика Башлығы Радий Хәбировтың онлайн режимда ҡотлауы айырыуса үҙенсәлекле булды. Ул Өфөлә грек-рим көрәше буйынса Рәсәй Кубогын асыуҙа ҡатнашҡан мәлдә ҡотлау ебәрҙе.

Республика Башлығы егеттәргә уңыштар ҙур өмөттәр бағлауын әйтте. Көрәшселәрҙең республика кимәлендә генә түгел, бөтә ил кимәлендә лә юғары ҡаҙаныштарға, уңыштарға эйә булыуҙарын теләне.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, республикабыҙҙа был проект буйынса бөтәһе 46 көрәш залы асылды.
Читайте нас: