+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Октябрь 2020, 20:58

Башҡортостанда “Балалар – балаларға” Халыҡ-ара классик музыка фестиваленең Гала-концерты уҙасаҡ

Проекттың педагогтары бөтә донъяға билдәле музыканттар, шулай уҡ бик яҡшы педагогтар ҙа. Улар ике аҙна буйы йәш музыканттар менән онлайн тәртиптә алты йүнәлеш - вокал, фортепиано, скрипка, баян, флейта, саксофон буйынса шөғөлләнәсәк...

Башҡортостанда “Балалар – балаларға” Халыҡ-ара классик музыка фестиваленең Гала-концерты уҙасаҡ. Үҙенсәлекле онлайн-проект Башҡортостандың Милли симфония оркестры тарафынан ойошторолған.
13 октябрҙә старт алып, 17 ноябргә тиклем барасаҡ был фестивалдә республикабыҙҙың төрлө район һәм ҡалала музыка мәктәптәренән һайлау турын уңышлы үткән 60 бала ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды.
Проекттың педагогтары бөтә донъяға билдәле музыканттар, шулай уҡ бик яҡшы педагогтар ҙа. Улар ике аҙна буйы йәш музыканттар менән онлайн тәртиптә алты йүнәлеш - вокал, фортепиано, скрипка, баян, флейта, саксофон буйынса шөғөлләнәсәк. Алдынғы музыка белгестәренән дәрес алғандан һуң, балалар йорттарында, интернаттарҙа тәрбиәләнеүселәргә, холоҡ төҙәтеү урындарындағы үҫмерҙәргә хәйриә онлайн-концерттар менән сығыш яһау мөмкинлеге бирелә. Ә 17 ноябрҙә йәш музыканттар “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Башҡортостан Милли симфония оркестры менән берлектә концерт ҡуясаҡ. Пандемияға бәйле хәл яҡшырмаһа, тамашаның онлайн тәртиптә ойошторолоуы мөмкин.
Фестиваль Рәсәйҙең мәҙәниәтте үҫтереү буйынса милли проекты сиктәрендә БР Мәҙәниәт министрлығы, БР Мәҙәниәт министрлығының белем биреү буйынса уҡытыу-методик үҙәге, Владимир Спиваковтың Хәйриә үҙәге ярҙамында уҙа.
Проекттың барышы тураһында мәғлүмәт, дәрестәрҙең Zoom-бүлмәләрҙәге видеоматериалдары, хәйриә концерттарының, Гала-концерттың видеолары фестивалдең nsorb-detyam.ru рәсми сайтында урынлаштырыласаҡ.
Читайте нас: