Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Октябрь 2020, 21:11

Балалар һынлы сәнғәт мәктәбендә тәртип боҙоу тапҡандар

Уның хаҡы 950 мең һумдан артып китә.

Өфө ҡалаһының А. Кузнецов исемендәге 1-се һанлы балалар һынлы сәнғәт мәктәбендә 950 мең һумдан артып киткән тәртип боҙоу тапҡандар.
Мәктәптә комиссия ултырышы үткәрелгән. Кәңәшмә һөҙөмтәһендә мәктәптең директоры Оксана Мөхәмәтйәнованы эштән бушатырға ҡарар иткәндәр.
Был талаптар бер төркөм уҡытыусыларҙың Өфө ҡалаһы хакимиәтенә ебәргән мөрәжәғәттәре һөҙөмтәһендә үтәлгән.
28 октябрь уҡытыусылар элекке директор Сергей Андреевты кире вазифаһына ҡайтарыуҙы талап итеп аслыҡ акцияһы иғлан иткән.
Сергей Андреев менән килешеүҙе тергеҙер алдынан Өфө ҡалаһы хакимиәтенең контроль-ревизия идаралығы мәктәптә тикшереү үткәргән һәм белем биреү усағы етәкселеге тарафынан тәртип боҙоуҙы асыҡлаған: бюджет сығымдарына балалар урынына 18 йәштәре тулғандар уҡытылған. Һөҙөмтәлә тәртип боҙоу 950 636 һумға төшкән.
Шулай уҡ 2018 йылда рәсми рәүештә 1-се һанлы һынлы сәнғәт мәктәбенең хеҙмәткәрҙәре һаналмағандарға эш хаҡы түләнеп тороуы асыҡланған. Ошо сәбәптәр арҡаһында Сергей Андреев менән килешеү мартта уҡ өҙөлгән була.
Читайте нас в