+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Октябрь 2020, 19:21

Ясле төркөмдәре асылды

Кескәйҙәр өсөн яңы төркөмдәрҙә бөтә шарттар ҙа булдырылған: яңы йыһаздар ҙа, йыуыныу бүлмәләре лә уларҙың йәшенә яраҡлаштырылған, махсус уйынсыҡтар алынған.

"Демография" милли проекты сиктәрендә Нуриман районындағы балалар баҡсаларында ясле төркөмдәре ойошторола.
Иҫке Күл ауылындағы балалар баҡсаһында яңы төркөмдө асыу тантаналы шарттарҙа үткән.
Кескәйҙәр өсөн яңы төркөмдәрҙә бөтә шарттар ҙа булдырылған: яңы йыһаздар ҙа, йыуыныу бүлмәләре лә уларҙың йәшенә яраҡлаштырылған, махсус уйынсыҡтар алынған.
Ясле төркөмдәрен асыу тантанаһына мәртәбәле ҡунаҡтар саҡырылғайны: Нуриман районы хакимиәте башлығы Айрат Нөсрәтуллин, райондың мәғариф идаралығы начальнигы Гөлнара Мырҙаҡаева һәм башҡалар Иҫке Күл балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре әҙерләгән концерт тамашаһын ҡараны.
Ата-әсәләр был ваҡиғаға бик шат.
"Беҙ быны оҙаҡ көттөк. Балаларыбыҙҙы ясле төркөмдәренә ҡабул иткәндәре өсөн ҙур рәхмәт", - тиҙәр улар.
Махсус төркөмдә 1,5 йәштән алып 3 йәшкә тиклемге балалар йөрөйсәк.
Читайте нас: