-5 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Октябрь 2020, 20:05

Башҡортостанда ирекмәндәр ололарға аҙыҡ-түлек алып барырға әҙер

Башҡортостан ирекмәндәр ойошмалары, өлкән йәштәгеләргә мотлаҡ үҙ аллы изоляция режимы индерелгән осраҡта, уларға аҙыҡ-түлек алып барыу эшен тергеҙергә әҙер. Был турала “Берҙәм Рәсәй” региональ исполком партияһы етәксеһе Рөстәм Әхмәдинуров белдерҙе: “Яҙғы осорҙағы кеүек, өйҙән сығып йөрөмәһендәр, үҙҙәрен һаҡлаһындар өсөн, ололарҙың үҙ иҫәбенә аҙыҡ-түлек килтереүҙе ойошторорға тәҡдим итәбеҙ”.Партия исполкомы шулай уҡ автоматик колл-үҙәк эшен башлап ебәрергә ниәтләй. Был үҙәк COVID-19 хәүефе аҫтындағы кешеләргә шылтыратып, үҙ изоляция режимын үтәүҙәрен тикшереп торасаҡ.Колл-үҙәк янында республика табиптары өсөн социаль-психологик мәсьәләләр һәм хоҡуҡи ярҙам буйынса ҡыҙыу линия асылған да инде.22 октябрҙән “Табиптар тураһында хәстәрлек” акцияһы старт алды. 1500 медицина белгесе сәй наборҙары алды, ә инфекция госпиталдәренең аҙ тәьмин ителгән пациенттарына ирекмәндәр шыйыҡ һабын, бәҙрәф ҡағыҙы, бутылдәрҙә һыу тапшырҙы.26 октябрҙә ”Берҙәм Рәсәй” бүлексәһе “Медиктар ковидҡа ҡаршы” онлайн-лекторийы эшен башлай. Эфирҙа пандемия осоронда ҡыҙыл зонала эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәре сығыш яһаясаҡ. Тура эфирҙа үҙеңде ҡыҙыҡһындарған һорауҙарға яуап алыу мөмкинселеге буласаҡ. Марафонды БГМУ ректоры, професоор Валентин Павлов аса. Трансляция аҙнаһына өс тапҡыр: дүшәмбе, шаршамбы, йома көндәре 15.00 сәғәттә “Бәйләнештә” һәм “Инстаграм” социаль селтәрҙәрендә үтәсәк.

Башҡортостан ирекмәндәр ойошмалары, өлкән йәштәгеләргә мотлаҡ үҙ аллы изоляция режимы индерелгән осраҡта, уларға аҙыҡ-түлек алып барыу эшен тергеҙергә әҙер. Был турала “Берҙәм Рәсәй” региональ исполком партияһы етәксеһе Рөстәм Әхмәдинуров белдерҙе: “Яҙғы осорҙағы кеүек, өйҙән сығып йөрөмәһендәр, үҙҙәрен һаҡлаһындар өсөн, ололарҙың үҙ иҫәбенә аҙыҡ-түлек килтереүҙе ойошторорға тәҡдим итәбеҙ”.
Партия исполкомы шулай уҡ автоматик колл-үҙәк эшен башлап ебәрергә ниәтләй. Был үҙәк COVID-19 хәүефе аҫтындағы кешеләргә шылтыратып, үҙ изоляция режимын үтәүҙәрен тикшереп торасаҡ.
Колл-үҙәк янында республика табиптары өсөн социаль-психологик мәсьәләләр һәм хоҡуҡи ярҙам буйынса ҡыҙыу линия асылған да инде.
22 октябрҙән “Табиптар тураһында хәстәрлек” акцияһы старт алды. 1500 медицина белгесе сәй наборҙары алды, ә инфекция госпиталдәренең аҙ тәьмин ителгән пациенттарына ирекмәндәр шыйыҡ һабын, бәҙрәф ҡағыҙы, бутылдәрҙә һыу тапшырҙы.
26 октябрҙә ”Берҙәм Рәсәй” бүлексәһе “Медиктар ковидҡа ҡаршы” онлайн-лекторийы эшен башлай. Эфирҙа пандемия осоронда ҡыҙыл зонала эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәре сығыш яһаясаҡ. Тура эфирҙа үҙеңде ҡыҙыҡһындарған һорауҙарға яуап алыу мөмкинселеге буласаҡ. Марафонды БГМУ ректоры, професоор Валентин Павлов аса. Трансляция аҙнаһына өс тапҡыр: дүшәмбе, шаршамбы, йома көндәре 15.00 сәғәттә “Бәйләнештә” һәм “Инстаграм” социаль селтәрҙәрендә үтәсәк.
Читайте нас: