+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Октябрь 2020, 15:04

Өс йәштән ете йәшкә тиклемге балалар өсөн пособие

Ул бар ғаиләләргә лә даими түләнәме?

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы буйынса илдә яңы пособие төрө индерелгәйне - өс йәштән алып ете йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә ай һайын аҡсалата ярҙам булдырылды.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса был социаль ярҙам өсөн Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең резерв фондынан 1 378 832 һум аҡса бүленгән.
Ошо көндәрҙә пособие талаптарына яуап биргән ғаиләләргә был ай өсөн аҡса күсте, ә документтарын яңы юллағандар пособиены октябрь өсөн генә алды. Алдағы тағы туғыҙ ай өсөн (ғинуар - сентябрь) аҡса һуңыраҡ киләсәк.
Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы был мәсьәләне хәл итеү өҫтөндә, улар тарафынан федераль бюджетҡа һорау ебәрелгән.
3 йәштән алып ете йәшкә тиклемге балалар өсөн пособиены юлламаған ғаиләләр 2020 йылдың 31 декабренә тиклем документтарын тапшырыу мөмкинлегенә эйә.
Читайте нас: