-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Октябрь 2020, 17:07

Дәүләкәндә яңы төҙөлгән йорттоң ҡыйығын ремонтлап та өлгөргәндәр

Төҙөлөш әле тамамланып та өлгөрмәгән, әммә төҙөүселәрҙең гонаһтары күренә лә башлаған инде...

Социаль селтәрҙәрҙә, ҡыйыҡтан һыу үтеү проблемаһын күрһәтеп, Башҡортостан Башлығына мөрәжәғәт итәләр. Төҙөлөш әле тамамланып та өлгөрмәгән, әммә төҙөүселәрҙең гонаһтары күренә лә башлаған инде. Ғариза "Инцидент-енеджмент" тарафынан иғтибарға алына.
Дәүләкән районы хакимиәте башлығы Илгиз Мөхәмәтйәнов төҙөлөш ойошмаһының банкрот булып танылыуын, гарантия буйынса үҙ бурыстарын үтәй алмауын белдерә. Шулай ҙа оҙайлы һөйләшеүҙәр алып барғандан һуң, төҙөлөш ойошмаһы һәм райондағы төҙөлөш йүнәлеше буйынса шөғөлләнгән предприятие араһында килешеү төҙөлә.
Әлеге подряд ойошмаһының тырышлығы менән К. Маркс урамында урынлашҡан күп ҡатлы яңы йорттоң ҡыйығы тиҙ арала ремонтланып, 22 октябрҙә был турала социаль селтәрҙәрҙә отчет бирелде.
Читайте нас: