+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Октябрь 2020, 17:15

Ауылда йәшәү еңеләйә хәҙер

Өйҙәргә һыу үтә.

Рәсәй Президенты указы менән "Ауыл биләмәләрен үҫтереү" программаһы бойомға ашырылып килә. Ишембай районы Кинйәбулат ауылына ошо программа сиктәрендә һыу торбалары үткәрелгән. Хәҙер һәр өйгә һыу үткәреү мөмкинлеге бар.
Торбаларҙың оҙонлоғо 27 километр тәшкил итә. Уларҙан тыш, ике һыу башняһы ҡуйылған. Артезиан һыуын алыу өсөн 60 метр ер ҡаҙылған, был 300-ән ашыу өйгә һыу үткәрергә булышлыҡ итәсәк.
Байғужа ауылында ла был мәсьәлә хәл ителә - бында ауыл хакимиәте тарафынан даими рәүештә һыу алып торорға мөмкинлек биргән өҫтәлмә һыйым урыллаштырылған.
Ауыл өйҙәренә һыу үткәреү һәр ерҙәрҙә көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала килә. Киләһе йылда Ишембай районы хакимиәте төбәктәге ҙур ауылдарҙы ла һыу менән тәъмин итергә йыйына.
Читайте нас: