Илдәге эпидемиологик хәл арҡаһында июнь, июль айҙарында 16 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә һәр балаға 10 мең һум күләмендәге аҡсалата ярҙам күрһәтелгәйне. Был һорауҙы ошо көндәрҙә Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаттары йәнә күтәреп сыҡты.
Уларҙың береһе Евгений Федоров белдереүенсә, парламенттың түбәнге палатаһы дөйөм ултырышта был мәсьәләне ҡараған. Депутаттар пособие өсөн аҡсаны резерв фондтан алырға тәҡдим итә.
Ғаиләләргә ярҙам булырмы-юҡмы, быныһын инде Рәсәй Президенты Владимир Путин хәл итәсәк.