+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Октябрь 2020, 17:21

Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл эшләү буйынса конкурс иғлан ителде

Мәғлүм булыуынса, дивизия командирына һәйкәл Өфө ҡалаһының Совет майҙанында ҡуйыла.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың милли геройы, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл эшләү буйынса иң яҡшы проектҡа асыҡ конкурс иғлан итеү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы 20 ноябргә тиклем “Торатау” Конгресс-холында – Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 2 адресы буйынса директорҙың ҡабул итеү бүлмәһендә эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем ҡабул итәләр. Бәйләнеш өсөн телефон – (347) 276 55 00, Гөлдәр Сабитоваға мөрәжәғат итергә мөмкин.

Читайте нас: