+6 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Октябрь 2020, 20:26

"Юғары әҙерлек режимы" тураһындағы указда яңы үҙгәрештәр

Ниндәй икән улар?..

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.
Яңыртылған документҡа ярашлы, республика биләмәһендә үткәрергә планлаштырылған һәм ҡатнашыусылар һаны 50-нән ашҡан эшлекле, мәҙәни, күңел асыу һәм спорт сараларын үткәрмәҫкә йә кисектереп торорға ҡушыла.
65 йәштән өлкән кешеләргә, ауырлы ҡатындарға һәм хроник сирле кешеләргә үҙ ҡурсаланыу режимын үтәү мотлаҡ. Аҙыҡ-түлек, дарыу алырға, элемтә салонына, баҡса һәм зыяратҡа бара ала.
Башҡортостанға сит илдәрҙән - самолет (экипаж ағзаларынан тыш), шул иҫәптән транзит менән башҡа төбәктәрҙән килеүселәргә COVID-2019 барлығы-юҡлығын ПЦР ысулы менән тикшереү һөҙөмтәһе алынғанға тиклем үҙ ҡурсаланыу режимын үтәү зарур.
Үҙ ҡурсаланыу режимы шулай уҡ социаль учреждениеларҙа булғандар өсөн дә 15 ноябргә тиклем һаҡлана.
Көҙгө каникулдар 19 октябрҙән 4 ноябргә тиклем буласаҡ.
Кинотеатрҙар, театр-концерт ойошмалары, мәҙәниәт йорттары тамаша залы 30 процентҡа тиклем тулған осраҡта ғына эшләй ала.
Рәсәй Спорт министрлығының календарь планына ингән спорт ярыштары санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙең ҡәтғи үтәлеүе шарттарында һәм тамашасыларһыҙ үткәрелә.
Эш биреүселәр 65 йәштән өлкән хеҙмәткәрҙәрҙе, ауырлы ҡатындарҙы һәм хроник сирлеләрҙе өйҙән тороп эшләүгә күсереү мөмкинлеген табырға тейеш.
Предприятиеларҙа һәм ойошмаларҙа эш урындарында коронавирус таралыуын иҫкәртеү буйынса Роспотребнадзор тәҡдимдәрен үтәргә ҡушыла. Корпоратив һәм башҡа күп кеше ҡатнашҡан саралар үткәреү тыйыла.
«Башавтотранс» предприятиеһы һәм шәхси пассажир ташыусылар транспорт хәрәкәт графигын пассажирҙар социаль дистанцияны күҙәтә алырлыҡ итеп ойошторорға тейеш.
Дөйөм туҡланыу ойошмалары 23:00 сәғәткә ябылырға, корпоратив саралар, туйҙар, юбилейҙар, мәрхүмдәргә бағышланған табындар үткәрелмәҫкә, бейеү майҙансыҡтары эшен туҡтатып торорға тейеш.
Дәүләт һәм муниципаль власть органдарының эш кәңәшмәләре, йыйылыштар, коллегия ултырыштары һәм башҡа саралар видеоконференция режимында үтергә тейеш.
Башҡортостан Хөкүмәтенә 2020 йылдың 15 декабренә тиклем Стәрлетамаҡта яңы йоғошло ауырыуҙар дауаханаһын өлгөртөү бурысы ҡуйылған.
Указға ярашлы, йәшәгән өйөңдән башҡа урындарҙа битлек кейергә, ә магазин, банк һәм МФЦ-ларҙа бирсәткә лә кейергә, бөтә ерҙә лә 1,5 м социаль дистанция һаҡларға тейеш (таксинан башҡа).
Рәсәйҙән ситкә, шул иҫәптән COVID-2019 буйынса имен булмаған төбәктәргә, күп кеше ҡатнашҡан саралар һәм урындарға бармау тәҡдим ителә.
Читайте нас: