Стәрлетамаҡ районы Рощинский ауылында иҫәп буйынса икенсе “Башҡорт ихатаһы” асылды. 300-ләп кеше йәшәгән күп фатирлы алты йорт биләмәһендә һулыш алған был ихата. Комплекслы төҙөкләндереү эше “Башҡорт ихаталары” программаһы сиктәрендә башҡарылды.
Рощинский мәктәбенең иң яҡшы уҡыусыларына символик ҡыҙыл лентаны киҫеү хоҡуғы ташырылды. Халыҡҡа барыһы ла: ял итеү урыны, балалар майҙансығы, бәләкәй архитектура формалары, хәүефһеҙ резина япма, сифатлы яҡтыртҡыстар, уңайлы эскәмйәләр, мәғлүмәт стенды, балаларға заманса эшләнгән тауҙар, бәүелсәктәр...
“Барыһы ла уйлап эшләнелгән, таҙа, уңайлы. Беҙ икенсе урамда йәшәһәк тә, ейәнем менән бында йыш киләбеҙ. Балалар рәхәтләнеп уйнай, ололар ял итә. Ҙур хеҙмәт һалынған эште ҡәҙерләп һаҡлау - һәр кемдең бурысы”, - ти Рощинск ауылында йәшәгән Надежда Еникеева.
Ихатаны асыу тантанаһы бик күңелле үтте. Китап күргәҙмәһе ойошторолғайны, йыр-моң, балаларҙың шат тауыштары яңғырап торҙо. Төҙөүселәргә сифатлы хеҙмәттәре өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерелде.
“Программала ҡатнашып, ихатаны төҙөкләндереү беҙҙе йәнләндереп ебәрҙе. Киләсәктә ошо проектты ауылдың икенсе урындарында ла тормошҡа ашырырға күҙаллайбыҙ, документтарҙы әҙерләп ҡуйҙыҡ, халыҡ менән йыйылыштар ҙа уҙғарылды. Беҙҙең төп маҡсат – рәхәтләнеп йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу”, - ти Рощинский ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Александр Звонов.