13 йәшлек үҫмер бер ниндәй үлсәү менән дә үлсәп булмаҫлыҡ эш башҡара. Ул үҙенең йәшәгән ҡалаһынан алыҫ булмаған Ирәндек тауҙары итәген ташландыҡ сүп-сарҙан таҙарта. Малай бәләкәйҙән Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында йәшәгән өләсәһе менән олатаһына эйәреп “таҙалыҡ шәмбе”ләрендә әүҙем ҡатнашҡан. Әле лә үҙенең һәр ялында был эшкә күп кенә ваҡыт бүлә. 30-40 тоҡлап сүп-сар йыйып билдәләнгән һауыт контейнерҙарына илтеп һала. Республика көнө байрамында ла ул бер үҙе 11 тоҡ сүп-сар йыйып алған. Үҫмер үҙенең уйсанлығы, баҫалҡылығы, аҡыллылығы менән дуҫ-иштәренән дә ҡырҡа айырылып тора.
Киләсәктә Илмир тау итәктәрен ихаталап ағас ултыртырға ла хыяллана. Был эшкә уның ата-әсәһе лә ыңғай ҡарай һәм кәрәк-яраҡ, тоҡтар алып биреп, ҡулдарынан килгәнсә ярҙамлашырға тырыша.