+2 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Октябрь 2020, 11:05

ЙӘШ ШАҒИРҘАР АҠСАЛАТА БҮЛӘКЛӘНДЕ

Һөйөнөслө яңылыҡ. Киләсәктә был ҙур эштең һөҙөмтәһе итеп ике телле шиғри йыйынтыҡ сығарыу планлаштырыла. Конкурста ҡатнашҡан балаларҙың шиғырҙарын тәжрибәле рус шағирҙары тәржемә иткән.

Өс ай дауамында «Аҡбуҙат» журналының биттәрендә мәктәпкәсә йәштәге балалар һәм мәктәп уҡыусылары өсөн Рәсимә Ураҡсина исемендәге асыҡ республика шиғри конкурсы барҙы. Ул шағирә, билдәле педагог һәм тәржемәсенең тыуыуына 70 йыл тулыуға һәм Башҡорт теле йылына арналды. Кисәлә Рәсимә Миңлебулат ҡыҙының тыуған ерендә, Дәүләкән районында ижади конкурстың еңеүселәре бүләкләнде.
«Был конкурста башҡорт телендә һөйләшкән, туған телдә фекерен еткерә белгән балалар ҡатнашты. Беҙҙе балаларҙың телмәре һоҡландырҙы. Улар торт бешереү, кәбеҫтә үҫтереү, япраҡ ҡойолоуы кеүек ябай күренештәрҙе һүрәтләһә лә, матур әҫәрҙәр килеп сыға»,- тине Лариса Абдуллина.
Йәш әҙиптәр менән осрашыуға конкурстың ойоштороусыһы Лариса Абдуллина, Башҡортостан Республикаһының яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, «Тамыр» республика балалар телеканалы етәксеһе Гөлназ Ҡолһарина, Дәүләкән районы хакимиәте ағзалары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре килде.
Читайте нас: