+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Октябрь 2020, 16:01

Ғәйнә башҡорттары үҙ диалекттарында китап уҡый ала

Әлеге китаптар яҡын арала төбәктең 52 китапханаһына тапшырыласаҡ. Был эш менән урындағы ҡоролтай йәмәғәтселәре лә, Пермь өлкәһенең үҙәк китапханаһы ла бергә шөғөлләнә.

Китаптарҙы үҙ телеңдә уҡыу үҙе бер ҙур бәхеттер ул. Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы туған телдә баҫтырып сығарған китаптарҙы ҡулдарына алып, өлкәнең Ҡуян һәм Башҡултай ауылдары китапханалары бик ҡыуанған. Китаптарҙы уларға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Пермь крайындағы бүлексә активистары үҙҙәре барып тапшырған. Уларҙың эстәлеген, проекттың маҡсатын да аңлатып биргәндәр. Шулай уҡ ауыл мәҙәниәт йорттарында башҡорт телен уҡытыуға бәйле осрашыуҙар ҙа уҙғарғандар.
Башҡорт теленең ғәйнә диалекты һүҙлеге, шағир Наил Ғәбдүшевтың тап ошо диалектта яҙылған шиғырҙар йыйынтығы, башҡорт телен республиканан ситтә уҡытҡан педагогтар өсөн методик әсбаптәр, уҡыусылар өсөн башҡорт теленән эш дәфтәрҙәре Пермь крайында «Ғәйнә башҡорттары: телем, тарихым, халҡым» проекты тормошҡа ашырыла башлағас донъя күргән. Был проект Башҡортостан Республикаһы Башлығының сит төбәктәрҙә башҡорт телен үҫтереүгә йүнәлтелгән гранты ярҙамында ойошторола.
Әлеге китаптар яҡын арала төбәктең 52 китапханаһына тапшырыласаҡ. Был эш менән урындағы ҡоролтай йәмәғәтселәре лә, Пермь өлкәһенең үҙәк китапханаһы ла бергә шөғөлләнә.
Читайте нас: