+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Октябрь 2020, 14:31

Телде һаҡлау – милләт киләсәген хәстәрләү

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә нисек үҙ өлөшөңдө индерергә?

30 октябрҙән алып Башҡотостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан Башлығы грантына эштәр ҡабул ителә башлай.
Рәсәйҙә һәм унан ситтә Башҡортостандың мәҙәни һәм сәнғәт өлкәһендәге уңыштарын танытыу, дәүләт һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлауға, яҡлауға, популярлаштырыуға йүнәлтелгән мәҙәни, ғилми, фәнни проекттар булдырыу, башҡорт телен Башҡортостандан ситтә танытыу, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡытыу ысулын уйлап табыу, Башҡортостандан ситтә башҡорт халҡының мәҙәни мираҫын һаҡлап ҡалыу, сит илдәрҙәге башҡорт йәмғиәтселектәренә ярҙам ҡулын һуҙыу һәм башҡа йүнәлештәргә яуап биргән эштәрҙе ебәрә ала ҡатнашырға теләгән һәр кем.
Тулы мәғлүмәт: grant.openrepublic.ru
Читайте нас: