+2 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Октябрь 2020, 17:05

"Эшлекле башҡорт теле" курстары бара

Был курстарҙа дәүләт хеҙмәткәрҙәре эш ҡағыҙҙарын тултырыу буйынса белемен камиллаштыра.

Быйылғы йылдың сентябрендә Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү Фонды “Эшлекле башҡорт теле” баҫмаһының презентацияһын уҙғарҙы. Был баҫмала теоретик һәм практик материалдар тупланған. Әсбаптың тәүге бүлегендә эшлекле башҡорт теленең морфологик һәм синтаксик характеристикалары асыла, эшлекле аралашыу мәҙәниәте буйынса мәғлүмәт бирелә. Шунда уҡ авторҙар тарафынан «Рәсми-эшлекле лексиканың ҡыҫҡаса русса-башҡортса һүҙлек-белешмәһе» һәм теоретик белемде нығытыу өсөн практик эштәр тәҡдим ителә. Китаптың икенсе бүлеге «Эш ҡағыҙы өлгөләре»нең үҙгәртелгән, тулыландырылған баҫмаһы булып тора.
Ошо баҫма нигеҙендә республикала 1 октябрҙән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтайы хеҙмәткәрҙәре өсөн “Эшлекле башҡорт теле”н өйрәнеү курстары башланды. Бөгөн, 15 октябрь, икенсе төркөм старт алды. Улар был курстарҙы эш ҡағыҙҙарын тултырыу буйынса белемен камиллаштыра. Уҡыуҙарҙы Башҡорт дәүләт университеты ғалимы, филология фәндәре докторы, профессор Гөлфирә Ғабдуллина менән Фондтың фән бүлеге хеҙмәткәре Рита Аҡбулатова онлайн рәүештә алып бара.
Әлеге ваҡытта башҡорт телен башлап өйрәнә башлаған дәүләт хеҙмәткәрҙәре өсөн “Эшлекле башҡорт теле” онлайн курсына яңы төркөм йыйыла.
Әсбаптың беренсе һәм икенсе баҫмалары 1,5 мең тираж менән баҫтырылып, райондарға таратылған. Бындай эшлекле курстарҙы һәр район хакимиәте үҙе ойоштора ала. Шаран һәм Баҡалы райондарында бындай уҡыуҙар башланған да инде.
Читайте нас: