+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Октябрь 2020, 15:39

Башҡортостанда балаларға энергетик эсемлектәр һатыу тыйыла

Энергетик эсемлектәрҙе ҡулға төшөрөргә теләгән балалар, уларға был тауарҙы һатҡан сауҙа нөктәләре хеҙмәткәрҙәре административ рәүештә хоҡуҡ боҙоусылар рәтенә инәсәк.

Яҡын арала Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай тарафынан балаларға энергетик эсемлектәр һатыуҙы тыйған закон ғәмәлгә инергә тейеш.
“Энергетик”тар мәктәптәрҙә, дауаханаларҙа, физкультура-һауыҡтырыу үҙәктәрендә лә һатыуҙа булырға тейеш түгел.
Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай етәксеһе Константин Толкачев белдереүенсә, закон проекты эш барышында бер нисә тапҡыр үҙгәртелә – тап энергетик эсемлектәр аңлатмаһы аҫтында ниндәй төр эсемлектең булыуы асыҡлана. Был исемлеккә кофе һәм сәй экстрактары нигеҙендә эшләнгән эсемлектәр инмәй.
Был закон проекты йәш быуындың һаулығын нығытыуға йүнәлтелгән. Статистика буйынса, “энергетик”тарҙы күпләп үҫмерҙәр һатып ала, улар был эсемлекте ҡулланыу буйынса тәүлек дозаһын да йыш арттыралар.
Был төр эсемлектәр тәү сиратта йөрәк-ҡан тамырҙарына зыян килтерә, бынан тыш, балалар күңел төшөнкөлөгөнә бирелә, уларҙа бәйләнгәнлек арта, психик ауырыуҙар барлыҡҡа килә.
Энергетик эсемлектәрҙе ҡулға төшөрөргә теләгән балалар административ рәүештә хоҡуҡ боҙоусылар рәтенә инәсәк.
Читайте нас: