+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Октябрь 2020, 13:02

Балалар өсөн китаптар ҙа бар

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана Рәсәйҙең башҡорттар йәшәгән төбәктәренә китаптар ебәрҙе.

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана Рәсәйҙең башҡорттар йәшәгән төбәктәренә китаптар ебәрҙе.
Ырымбур, Силәбе, Һамар, Һарытау, Ҡурған, Свердлов һәм Пермь өлкәләренең 17 китапханаһы 4386 дана китап ҡабул итте.
Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең сығыштарында Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтарҙың үҙ-ара берҙәмлеген нығытыу хаҡында йыш телгә ала.
“Рус милләтенең берҙәмлеген нығытыу һәм Башҡортостанда йәшәгән төрлө милләттәрҙең этник мәҙәниәтен үҫтереү” дәүләт программаһы был йәһәттән күп эш башҡара. Ошо программа сиктәрендә Башҡортостанда “Башҡорт халҡының этник үҙенсәлеген һаҡлау һәм үҫтереү” программаһы бойомға ашырыла.
Республиканан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙгә башҡорт әҙәбиәте өлгөләрен таратыу ҙа ошо программа сиктәрендә башҡарылған эштәрҙең береһе.
Китаптар араһында Шәйехзада Бабич, Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Ноғман Мусин, Рауил Бикбаев кеүек күренекле шағир-яҙыусыларҙың әҫәрҙәренән тыш, балалар әҙәбиәте лә бар: Башҡортостандың 100 йыллығына арналған “Башҡортостан: тарих билдәләре” ғилми-популяр һәм тарихи китабы, Р. Йәнғужинаның “Рәсәйҙең төп халыҡтары: башҡорттар” китабы, һәм башҡа әҙәбиәт өлгөләре үҙ уҡыусыларын көтә.
Читайте нас: