+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Октябрь 2020, 12:20

ЙӘКШӘМБЕ МӘКТӘБЕ

“Пермь крайының Барҙы ауылындағы башҡорт йәкшәмбе мәктәбе” проекты Башҡортостан Башлығының дәүләт һәм туған телдәрҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла.

Республика көнө алдынан Пермь крайының Барҙы районындағы Ғабдулла Туҡай исемендәге Барҙы гимназияһында Ғәйнә башҡорттарының телен, тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү буйынса йәкшәмбе мәктәбенең тәүге дәресе үтте.
Йәкшәмбе мәктәбенә 37 бала килгән ине. Улар өсөн тәүге дәресте Башҡортостандың Тәтешле районы Үрге Тәтешле ауылының 1-се мәктәбе уҡытыусылары үткәрҙе. Уның темаһы “Башҡортостан Республикаһы менән танышыу” тип аталды. Шулай уҡ дәрес барышында балалар башҡорт алфавиты менән дә танышты.
Читайте нас: