+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Октябрь 2020, 13:05

"ШӘЖӘРӘ БАЙРАМЫ" УҘҘЫ

Республика көнө алдынан Асҡын районында “Шәжәрә байрамы” XV республика халыҡ байрамы үтте. Ойоштороусылар – Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Башҡортостан муниципаль берәмектәр советы ассоциацияһы һәм Асҡын районы хакимиәте.

Быйылғы сара Рәсәй кимәлендә иғлан ителгән Хәтер һәм даны йылына, шулай уҡ республикабыҙҙағы Башҡорт теле йылына ярашлы ойошторолдо. Байрамдың Асҡын районының 90 йыллығына тура килеүе лә ошо күркәм сараға йәм өҫтәне.
Фото Республика халыҡ ижады үҙәгенән.
Читайте нас: