+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Октябрь 2020, 18:05

ЯҢЫРТЫЛҒАН СӘНҒӘТ МӘКТӘБЕ

Көйөргәҙе районы Ермолай ауылындағы яңыртылған сәнғәт мәктәбе үҙе ишектәрен асты.

Көйөргәҙе районы Ермолай ауылындағы яңыртылған сәнғәт мәктәбе үҙе ишектәрен асты. Яңыса биҙәлеп, ҡулайлы йыһазландырылған зал, класс бүлмәләрендә уҡыусылар яңы көс дәрт туплап уҡыясаҡтар. Белем биреү ысулы өс төркөмгә: музыкаль ҡоралдар, бейеү һәм һүрәт төшөрөү серҙәрен өйрәтеүгә бүленгән. Бөгөнгө көндә бында 141 уҡыусы һанала. Уҡыу аҙағында мәктәп тамамлаусыларға һәр береһе үҙҙәре һайлаған сәнғәт юлы буйынса башланғыс белем алыу танытмаһы тапшырыласаҡ. Шулай уҡ мәктәптең Яҡшымбәт ауылындағы бүлексәһендә лә балалар уҡый.
Читайте нас: