+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Октябрь 2020, 00:19

Өфөнөң Дим биҫтәһендә көрәш буйынса махсуслаштырылған спорт залы асылды

"Чемпиондар әҙерләү өсөн барлыҡ шарттар булдырылды!”

Өфөнөң Дим биҫтәһендәге эске эштәр бүлексәһенең элекке бинаһында көрәш өсөн махсуслаштырылған спорт залы асылды.
Бинала капиталь ремонт эшләнгән, яңы ҡорамалдар килтерелгән. Һөҙөмтәлә 300-ҙән ашыу ҡыҙ һәм малай көрәш менән шөғөлләнә аласаҡ. Дим районы өсөн был – үтә мөһим проект, сөнки спорт объекттары етешмәй. Ә яңыһын төҙөү өсөн финанслау юҡ.
Әле Дим биҫтәһендәге көрәш үҙәгендә дзюдо, самбо, кикбоксинг, бокс һәм тхэквондо буйынса күнекмәләр алып барған тренерҙар эшләй. Секцияларҙа 200-ҙән ашыу бала шөғөлләнә. Теләгәндәр өҫтәп алына.
Спорт ҡоролмаларын һәм инвентарҙарын һатып алыу Башҡортостан Башлығының гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереүгә гранттар конкурсында еңеү һөҙөмтәһендә мөмкин булған. “Заманса махсуслаштырылған залдың асылыуы балаларға һәм өлкәндәргә көрәш менән уңайлы шарттарҙа шөғөлләнергә, ярыштарҙа уңыштарға өлгәшергә ярҙам итәсәк”, – ти дзюдо буйынса тренер Виталий Михайлов.
“Бындай зал – районда берәү. Баштан уҡ көрәш менән шөғөлләнеү өсөн ошондай урын булдырырға ниәтләгәйнек, сөнки Дим биҫтәһендә балалар һәм үҫмерҙәрҙең күбеһе ошо йүнәлеште һайлай. Шул уҡ ваҡытта байтаҡ секциялар дөйөм белем биреү мәктәптәрендәге спорт залында үткәрелә. Ә ундай урындарҙы көрәш менән шөғөлләнеү өсөн генә махсуслаштырырға ярамай, сөнки физкультура дәрестәре үткәрелә. Шуға көрәш буйынса күп секциялар йыһазландырылмаған залдарҙа эшләй, – ти проекттың инициаторы һәм етәксеһе Владимир Яковлев. – Был бинала ремонт эшләнек: иҙәнде, ҡыйыҡты, стеналарҙы ипкә килтерҙек, тәҙрәләрҙе, йылылыҡ системаһын алмаштырҙыҡ. Хәҙер чемпиондар әҙерләү өсөн барлыҡ шарттар булдырылды!”

"Башҡортостан" гәзитенән алынды.

Читайте нас: