Өфөлә Кәрим Хәкимов исемендәге Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр һәм Көнсығышты өйрәнеү институты барлыҡҡа киләсәк. Был хаҡта Республика көнөнә арналған тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.
Быйыл республика халҡы арҙаҡлы совет дипломаты Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 130 йыл тулыуҙы билдәләй. Был туралағы указға республика етәксеһе быйыл февралдә ҡул ҡуйҙы. "Халҡыбыҙҙың хәтерҙәрен мәңге һаҡларлыҡ арҙаҡлы шәхестәребеҙ күп. Улар беҙҙе бөйөк эштәргә әйҙәй. Шәхестәребеҙ миҫалында йәштәрҙе тәрбиәләйбеҙ. Һәм был эш дауам итәсәк”, – тине республика Башлығы.
Кәрим Хәкимов – Рәсәй менән ғәрәп-фарсы донъяһы араһында яҡшы мөнәсәбәттәр булдырыуға ҙур өлөш индергән легендар шәхес, Совет Рәсәйенең ғәрәп илдәрендәге тулы хоҡуҡлы вәкиле. Өфөләге Рәсәй Ислам институты – Кәрим Хәкимов уҡыған элекке “Ғәлиә” мәҙрәсәһе бинаһында уға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.