9 октябрҙә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында, Өфөнөң 44-се һәм 162-се полилингваль күп профилле мәктәптәрендә асылды. Был мәктәптәрҙә Шайморатовҡа арналған кабинет-музейҙар булдырыла. Шайморатов кластарында уҡыусыларға берҙәм мәктәп формаһы индереү планлаштырыла, уҡыусылар ҡаҙаныштары өсөн “Йәш шайморатовсы” билдәһе менән бүләкләнәсәк.