+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Октябрь 2020, 17:00

"КЛАСС СӘҒӘТЕ"

Республикам - алтын бишегем һин! Башҡортостан – йәйрәп ятҡан илем! Уралымдан алып Иҙелгәсә Сәскә ата гүзәл тыуған илем!

Миәкә районы Тамъян-Таймаҫ урта мәктәбенең 2-се класында Республика көнөнә арналған "класс сәғәте" үтте. Йыр-бейеү аша ҡурай-ҡубыҙҙа уйнап, шиғырҙар һөйләп Республикабыҙҙы 30 йыллыҡ юбилейы менән ҡотланыҡ. Уҡытыусыбыҙ Гүзәлиә Наил ҡыҙы Башҡортостаныбыҙҙың суверенлы дәүләт тип иғлан ителеүенең тарихы, Флагы,Гимны һәм Гербы хаҡында һөйләне. Шулай итеп тыуған илебеҙ тураһында бик күп белем тупланыҡ.
Байрамыбыҙ һуңында төрлө фәһемле һәм ҡыҙыҡлы уйындар уйнаныҡ.


Читайте нас: