+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Октябрь 2020, 11:23

Көҙгө каникулдар бер аҙнаға оҙайтыла

Уҡыусыларҙың ялы бер аҙна алданыраҡ башланасаҡ.

Башҡортостанда көҙгө каникулдар бер аҙнаға оҙайтыласаҡ. Ҡабул ителгән был ҡарар тураһында UFA.AIF.RU сығанағы хәбәр итә.
Каникулдар 26 октябрҙән 4 ноябргә тиклем дауам итеп, балалар 10 көн ял итергә тейеш ине. Хәҙер бер аҙнаға иртәрәк - 19 октябрҙә башланасаҡ һәм уҡыусылар 17 көн ял итәсәк.
Әлеге ҡарар эпидемияның пик осорон үткәреү, хәүеф төркөмөндә булған уҡытыусыларҙы һаҡлау зарурлығы менән аңлатыла. Алдан хәбәр ителгәнсә, COVID-19 менән ауырыу сәбәпле, республиканың 112 мәктәбендә уҡыусылар өлөшләтә дистанцион уҡыуға күсте.
Читайте нас: