+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Октябрь 2020, 00:32

Өфөлә мәктәп уҡыусыларын шайморатовсылар сафына ҡабул иттеләр

Йәш шайморатовсылар легендар комдивтың исеменә тап төшөрмәҫкә ант бирҙе.

Бөгөн Бөгөн Өфө ҡалаһының Р. Ғарипов исемендәге башҡорт республика гимназия-интернатында, 44-се һәм 162-се “Смарт” полилингваль киң профилле мәктәптәрендә белем алған өс VII класс уҡыусыларын шайморатовсылар сафына алыу тантанаһы уҙҙы. Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, республика мәктәптәрендә Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кластар булдырылғайны. Был өс белем усағында легендар комдивҡа арналған бүлмә-музейҙар эшләнәсәк. Шулай уҡ унда уҡыған уҡыусылар өсөн берҙәм мәктәп формаһы булдырылған һәм өлгәшкән уңыштары өсөн “Йәш шайморатовсы” значогы менән бүләкләнәсәктәр.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, бөгөнгө көндөң тормоштарында мөһим бер бит асылғанын билдәләп, уҡыусыларға мөрәжәғәт итте:
– Һеҙ Рәсәй Федерацияһы Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән кластарҙа уҡыясаҡһығыҙ. Шулай беҙ халҡыбыҙ ҡаһарманы хаҡында хәтерҙе мәңгеләштереүҙе дауам итәбеҙ. Һеҙҙе үҙенсәлекле дәрестәр көтә: атта һыбай йөрөү, уҡ атыу, йөҙөү, башланғыс хәрби әҙерлек. Улар физик көсөгөҙҙө, холҡоғоҙҙо һәм тәү сиратта рухығыҙҙы нығытасаҡ. Беҙ барыбыҙ ҙа милли геройыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Ҡәҙерле балалар, һеҙ бөгөн бөтә уҡыусылар араһынан иң тәүге шайморатовсылар буласаҡһығыҙ, ышанығыҙ, был бик абруйлы һәм яуаплы. Иңегеҙгә легендар комдивтың рухына лайыҡлы, туған Башҡортостаныбыҙҙың һәм Рәсәйҙең ысын патриоттары булыу бурысы һалына. Шайморатовсы формаһын ғорур кейеп йөрөгөҙ, “Салауат вариҫтары сигенә белмәй” саҡырыуына һәр саҡ тоғро булығыҙ, быны эштәрегеҙ менән раҫлағыҙ, һынауҙарҙан һәм ауырлыҡтарҙан ҡурҡмайынса, һәр ваҡыт алға барығыҙ!
Йәш шайморатовсылар легендар комдивтың исеменә тап төшөрмәҫкә, Башҡортостанға һәм Рәсәйгә тоғро булырға, тыуған ерҙең тоғро ҡыҙҙары һәм улдары булырға, лайыҡлы белем алырға, үҙҙәрен Ватанға хеҙмәт итергә әҙерләргә һәм шайморатовсыларҙың: “Салауат вариҫтары сигенә белмәй!” девизынан тайпылмаҫҡа тантаналы ант бирҙеләр.
Читайте нас: