Бөгөн Республика Йортонда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһы тапшырылды. Был мәртәбәле бүләккә 3 журналист лайыҡ булды:
- Зөһрә Ҡотлогилдина, журналистика ветераны, "Һуғыш балалары һөйләй" китабы өсөн;
- Нур Ҡәҙербаев, «Йәшлек» гәзите хәбәрсеһе, "Йәшлек" гәзитендә донъя күргән спорт темаһына мәҡәләләр теҙмәһе өсөн;
- Эмилия Рәйес ҡыҙы Завричко, «Молодежная газета» гәзите хәбәрсеһе, баҫмала баҫылған социаль мәҡәләләре өсөн.
Зөһрә Ҡотлогилдина оҙаҡ йылдар “Йәншишмә” гәзитендә эшләне, ғүмеренең ҙур өлөшөн балалар ижадына, баҫма аша балалар тәрбиәһенә арнаны. Һеҙҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы! Балалар донъяһына бағышлаған хеҙмәтегеҙ баһалап бөткөһөҙ. Һеҙгә иҫәнлек һаулыҡ, ижадығыҙҙа уңыштар теләйбеҙ!
Бер ниндәй ҙә сирҙәр йоҡмаҫ,