11 октябрь – Башҡортостан республикаһы көнө. Ошо уңайҙан, йола булараҡ, Өфөлә байрам саралары үтәсәк, ә төп байрам майҙаны – “Торатау” конгресс холлы аҫтында ҙур концерт тамашаһы ойоштороласаҡ.
Амфитеатр был тамаша сиктәрендә “Урал батыр уты” марафонын ҡабул итәсәк.
Радик Юлъяҡшин, Зәйнетдин, “Премьер” төркөмдәре – улар башҡорт эстрадаһын тыңлаусыларға яҡшы таныш. Был йырсыларҙан тыш, байрам концертында исемдәре күптән Рәсәйгә яңғыраған, рок-музыканың тере легендаларына әүерелгән “Lumen” һәм “ДДТ” төркөмдәре лә тамашасыларға йырҙарын бүләк итәсәк.
Ике төркөм дә сығыштары менән Өфөнән.